25.03.2019 «Юлдаш» тәҡдим итә: рухлылар өсөн – «Рухиәт»
Боронғо башҡорт иле изге заттар исемен мәңгеләштергән топонимдары менән дә данлы. Халҡына аҡыллы кәңәштәре, эше-булмышы менән үҙ заманында кәрәкле булған ата-олатайҙарыбыҙ исеменә бәйле ер-һыуҙарыбыҙ күпте бәйән итә. Өйрәнеүселәре, еткереүселәре аша уларҙы «Рухиәт» тапшырыуында барлайбыҙ.
Ер-һыу атамалары, тарихи урындар хаҡында халыҡ һөйләгәндәр зиһендәргә һеңдерелеп, яҙмаларға, аҡ ҡағыҙға теркәлә. Ошо рухи ынйыларҙың ҡайһы берҙәре менән тапшырыуҙарҙа уртаҡлашабыҙ. Ниәтебеҙ «изге» тигән һүҙҙән дини-фәлсәфәүи мәғәнә эҙләүҙән дә түгел, был осраҡта беҙҙең өсөн ҡәҙерле, яҡын, күренекле тигән мәғәнәне һалдыҡ. Әйтәйек, Сатыр-тау, Нарыҫтау, Асылыкүл үҙе ни тора! Һанау мотлаҡ түгел, бәйән мөһим.
Күктәгеләрҙең ҡушыуы менәндер, сираттағы туҡталған еребеҙ Миәкә районының Илсеғол ауылы янындағы Сәхәбәләр мәсете ине. Риүәйәттәр аша күптәргә билдәле Нарыҫтау ауылдан күҙ күреме ерҙә урынлашҡан. Тау күкрәгенән урғып сыҡҡан таҙа, изге тип һаналған шишмәнең һыуын уртларға, ҡойонорға борондан ете-яттар ҙа килгән бында. Башҡорттар йәшәгән ерлектә изге шишмәләр йәки «изгеләр шишмәһе» тип аталған һыу сығанаҡтары күп, изге тауҙар, хатта ҡайһы бер ағастарҙы, ҡыуаҡтарҙы, таштарҙы ла изге тип һанап, тирә-яғын сүп-сарҙан таҙалап, ҡәҙерләйҙәр икән, бик хуп. Тәбиғәтте һаҡлау тип атала был күренеш, тимәк, ғәзиз тыуған ереңде һөйөү.
Ауыл активистары үҙ яғындағы йылғаларҙы таҙартып, шишмәләргә ҡыйыҡ ябып, ағастар ултыртып ҡуя икән, төйәгеңдең иң күркәм урындарының береһе булыр ул. Эсәр һыуҙарыбыҙ тәнгә сихәт, йәнгә дауа икәнлеге һәр кемгә мәғлүм. Килендәргә һыу юлы башлатыу кеүек матур йолаларыбыҙ дауам итер. Шул йолаларға бәйле онотолған һүҙҙәр яңыртылыр, иҫкә төшөр. Һәр һөйләш үҙенсә матур һәм ҡәҙерле. Ынйы бөртөктәренә тиң аҫыл һүҙҙәребеҙҙе бергә эҙләйек, теркәйек, йәштәргә еткерәйек.
«Рухиәт» тапшырыуының сираттағы сығарылышын 28 мартта 11 сәғәт 15 минутта тыңлағыҙ. Һеҙҙең яҡтағы ер-һыу атамалары тарихын ҡыҙыҡлы, радио аша ғәм халыҡҡа еткерер фәһемле мәғлүмәт тип тапһағыҙ, беҙгә хат яҙығыҙ.