23.03.2019 Әзербайжан әбейҙе үлтергән
Республикала Ф. Достоевскийҙың “Енәйәт һәм яза” романына оҡшаш хәл булған.
Белорет ҡалаһында йәшәүсе 75 йәшлек ҡарсыҡ процентҡа бурысҡа аҡса биреү менән шөғөлләнгән. Клиенттары араһында сит ил кешеләре лә булған. Уларҙың береһе 26 йәшлек әзербайжан егете, аҡсаны өйҙә һаҡлағанын белеп, әбейҙе һығып үлтерә һәм 70 мең аҡсаһын урлай.
Енәйәт ҡылғас, ул тиҙ арала үҙенең иленә һыпырта. Ләкин намыҫы тыныс йәшәргә бирмәй, күрәһең, бер йылдан Рәсәйгә килә һәм полицияға үҙе бара.
Енәйәтсе 15 йылға хөкөм ителгән. Бынан тыш, әбейҙең туғандарына 330 мең һум — матди һәм әхлаҡи зыян өсөн аҡса түләргә тейеш.