«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бөгөн Бөтә донъя даун синдромы көнө



22.03.2019 Бөгөн Бөтә донъя даун синдромы көнө

Ошо уңайҙан Учалының 8-се мәктәбендә ижади бәйге үтте.

Был сарала үҙенсәлекле ҡояшлы балалар тәрбиәләгән Әхмәҙиевтар, Байғариндар, Ғәлиндар, Рамазановтар, Атйетәровтар ғаиләһе ҡатнашып, төрлө номинацияларҙа еңде. Һөйөү һәм сабырлыҡ хакимлыҡ итә был татыу ғаиләләрҙә. Һәр бала -ҡояш ул. Тик ҡояш яҡты балҡыһын өсөн ата-әсәнең һөйөүе, ышанысы кәрәк. Ҡояшлы балаларҙың һәләттәрен асыуға күп көс һалған уҡытыусы һәм тәрбиәселәр ҙә тик маҡтауға, ихтирамға лайыҡ.

Баланың ете һаны теүәл булыуға бер ни етмәй, ләкин сирле тыуған бала ла яратыуға, иғтибарға мохтаж...





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Автор фотоһы


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға