«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Рәсәй Хөкүмәте ОСАГО буйынса түләүҙәрҙе дүрт тапҡыр арттырырға тәҡдим иткән.



21.03.2019 Рәсәй Хөкүмәте ОСАГО буйынса түләүҙәрҙе дүрт тапҡыр арттырырға тәҡдим иткән.

Бөгөн Президент Советында “Граждандар яуаплылығын мәжбүри страховкалау тураһында”ғы законға төҙәтмәләр индереү тураһында фекер алышалар.

ОСАГО буйынса түләүҙәр 500 меңдән 2 миллион һумға тиклем артыуы бар. Һүҙ үлемгә килтергән юл-транспорт фажиғәһенән һуң, зыянды ҡаплау хаҡында бара. Бөгөн 2 миллионға яҡын компенсация пассажир йәмәғәт транспортында һәләк булған осраҡта ғына билдәләнә, шул иҫәптән поезд һәм самолетта. Ә автомобилдә страховка күләме 500 меңдән артмай.

Бынан тыш, страховкалау компанияларына водителдәрҙең йөрөтөү манераһын теркәргә һәм был үҙенсәлекте полис хаҡына индереүгә мөмкинлек бирә торған телематик яйланманы машинаға урынлаштырыуҙы рөхсәт иткән төҙәтмә лә индереүҙәре мөмкин.
Төҙәтмәләр ҡабул ителгән осраҡта, үҙгәрештәр 2020 йылдың 1 ғинуарынан үҙ көсөнә инәсәк.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға