21.03.2019 Элвин Грейға тәҡдим яһағандар
Эйе, был шаяртыу түгел — Магнитогорск ҡалаһында йырсыға Василиса исемле ҡыҙ тәҡдим яһаған. Уның ҡыйыу аҙымынан Радик телһеҙ ҡала яҙған. “Кәләштәр йәшәргәндән-йәшәрә бара. Бәлки минеке тыумағандыр әле?” — тип яҙған ул Инстаграмда.
Балдаҡ һауыты тотоп, туй күлдәгендә сәхнәгә менгән Василиса, ысынында, яратҡан йырын бергә башҡарыу тәҡдиме менән сыҡҡан булған.