«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Киттек Астанаға... әй, юҡ, Нурсолтанға!



21.03.2019 Киттек Астанаға... әй, юҡ, Нурсолтанға!

Ҡаҙағстандың яңы Президенты Ҡасым-Йомарт Туҡаев илдең баш ҡалаһы Нурсолтан Назарбаевтың исемен йөрөтөргә тейеш, тип иҫәпләй.

Шулай уҡ Астананың үҙәк урамдарының береһе лә тәүге Президенттың исеме менән аталырға тейеш, тип белдергән.


Уның тәҡдимдәре араһында — Н. Назарбаевҡа арнап монумент төҙөү, уға “Халыҡ геройы” исеме һәм почетлы сенатор статусын биреү.

Иҫегеҙгә төшәрәбеҙ, 1990 йылдан алып етәкселек иткән Нурсолтан Назарбаев 19 мартта үҙ теләге менән Президентлыҡтан китте һәм “Ил башы”на Сенат спикеры Туҡаевты тәҡдим итте. Ә уның вазифаһын Нурсолтан Әбеш улының оло ҡыҙы Дәриғә биләне. Йәғни, дәүләт иерархияһында икенсе баҫҡыста торған етәксе теҙгенен ҡулына алды.

Президент креслоһынан ваҡытында баш тартыуы арҡаһында, Н. Назарбаев “Милләт лидеры” статусын һаҡлап ҡаласаҡ, илдең Хәүефһеҙлек советын етәкләйәсәк, Конституцион совет ағзаһы һәм власть партияһы “Нур Отан”дың рәйесе вазифаһын башҡарасаҡ.

Астана – ҡаҙаҡсанан “баш ҡала” тип тәржемә ителә. Элекке исемдәре — Аҡмола, Целиноград. Әйткәндәй, парламент ҡала исемен үҙгәртеүҙе хуплаған. Шуға уның тиҙҙән Нурсолтан тип атала башлауы мөмкин.

Туҡаев 2020 йылда уҙасаҡ Президент һайлауҙарына тиклем идара итәсәк.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: Т. Аманов


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға