«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » 300 мең һум сиратта торғандарға күсерелә башлаясаҡ



20.03.2019 300 мең һум сиратта торғандарға күсерелә башлаясаҡ

Ниһайәт, беренсе бала тыуған өсөн биреләсәк 300 мең һум аҡсаны сиратта торғандарҙың барыһы ла аласаҡ. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров беренсе бала өсөн түләүгә 523 миллион һум бүлеү тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.

Документтарын тапшырған ғаиләләр, 2019 йылдың июненә тиклем, бер тапҡыр бирелә торған матди ярҙамды алыуға хоҡуҡлы.

Билдәле булыуынса, документтар ҡабул итеү һәм таныҡлыҡтар биреү менән Торлаҡ программаларын тормошҡа ашырыу идаралығы шөғөлләнә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, сертификатҡа сабыйы 2019 йылдың 1 ғинуарына тиклем тыуған һәм программала ваҡытында ҡатнашҡан ғаиләләр генә дәғүә итә ала.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға