«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Яман шеште диагнозлаған табипҡа премия түләнәсәк



20.03.2019 Яман шеште диагнозлаған табипҡа премия түләнәсәк

Башҡортостанда яман шеш ауырыуын ваҡытында диагнозлаған табиптарға премия түләйәсәктәр. БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығында ошо хаҡта указ әҙерләнә.

Программа шарттарына ярашлы, амбулаторияларҙа һәм поликлиникаларҙа эшләгән медицина хеҙмәткәрҙәре пациентта яңы барлыҡҡа килгән яман шеште ваҡытында асыҡлап, тикшереүгә ебәргән өсөн 5748 һум премия аласаҡ. Сирҙең башланғыс стадияһы тураһында һүҙ бара, онколог яман шештең беренсе йә икенсе стадияла асыҡланыуын раҫларға тейеш.

Проект авторҙары фекеренсә, бындай дәртләндереү сараһы табиптар хәүеф төркөмөнә ҡараған пациенттарҙы иғтибарлыраҡ ҡарай башлар, тигән ышаныс уята. Был иһә ауырыуҙың аҙыуына юл ҡуймаясаҡ, һөҙөмтәлә яман шештән үлем осрағы ла кәмейәсәк.

Башҡортостан башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров Указға ҡул ҡуйһа, табиптарға премия 2019 йылдың 1 июленән түләнә башлаясаҡ.

Әйткәндәй, 2018 йылда Башҡортостанда барлығы 12027 кешегә тәүге тапҡыр «Яман шеш» тигән диагноз ҡуйылған. Ғөмүмән, төбәктә был сир менән 100 мең кешегә 322,3 ауырыу осрағы тура килә. Республикала иң киң таралған төрө – күкрәк биҙе яман шеше.






Автор: Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА
Фото: ИА "Башинформ"


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға