20.03.2019 Малайҙың ҡулы батареяға ҡыҫылған - ҡотҡарыусылар ҡотҡарған
Кисә Өфөлә алты йәшлек малай уйнап йөрөп ҡолап киткән һәм ҡулын батарея ҡабырғаһы араһына тыҡҡан. Тығыуын тыҡҡан да ул, ә бына кире ала алмаған. Улай тартҡан, былай тартҡан, әтә-әсәһенән әрләнеп тә бөткән. Улары аптыранған, һыулап, һабынлап та ҡарағандар. Юҡ, ҡул сыҡмай ҙа ҡуя!
Ата-әсә былай булмай тип "112"гә шылтыратҡандар. Ваҡиға урынына авария-ҡотҡарыу хеҙмәткәрҙәре килгән. Улар гидравлик ҡорамал менән батареяны ҡайырғандар. Шул малайҙың ҡулы имен ҡалған. Хәҙер атай-әсәйгә яңы йылытҡыс ҡуйырға кәрәк буласаҡ.