19.03.2019 Эшең булмаһа, сәғәт борғола
Бер осор була торғайны: яҙлы-көҙлө тәғәйен бер көндә өйҙәге бөтә сәғәттәрҙе йә бер сәғәт алға йә артҡа күсереп ҡуяһың. Һәм... артабан ғәҙәттәгесә йәшәй башлайһың. Нисәлер йыл элек, был совет ҡалдығы тип шикелле, сәғәттәрҙе борғолауҙы туҡтаттылар. Шунан кемеһелер, тағы борайыҡ, уңайһыҙ бит, тип һөйләнеп тә маташты. Хәҙер өйрәндек.
Бына тағы бер парламентарий, сәғәтте миҙгелле күсереүгә күсәйек, тип тәҡдим иткән. Дәүләт Думаһы депутаты Андрей Барышев, граждандарға уңайлыраҡ буласаҡ, көндөң яҡты ваҡытын һөҙөмтәлерәк файҙаланасаҡтар, тип, марттың һуңғы йәкшәмбеһендә – сәғәт уҡтарын бер сәғәткә алға, октябрҙең һуңғы йәкшәмбеһендә бер сәғәткә артҡа шылдырырға тәҡдим итә.