«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңы һалым индереүҙәре ихтимал



19.03.2019 Яңы һалым индереүҙәре ихтимал

Тиҙҙән астан үлмәҫ өсөн эшкә йөрөрбөҙ, ахыры. Хөкүмәт түләүҙәр менән ябай халыҡты тамам бөлдөрә.

Рәсәйҙә тиҙҙән эш хаҡының 13 проценты тотолған һалымға ( НДФЛ) өҫтәп, 6 процент күләмендә һалым индереүҙәре ихтимал. Был аҡсалар индивидуаль пенсия капиталына китәсәк. Проектҡа ярашлы, пенсия түләүҙәренә һиҙелерлек өҫтәмә буласаҡ. Пенсияның тупланма өлөшөндәге аҡсаларҙы ҡулланыу мөмкинлеге лә бирелә. Был аҡсаны мираҫ итеп тә күсерергә мөмкин.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға