19.03.2019
Баш ҡалаға барыу кәрәкмәй
Сибайҙа күптән түгел факоэмульсификатор (медицина ҡорамалы) сафҡа индерелде. Быйыл шулай уҡ яһалма күҙ яҫмығы ҡуйыу аппараты ла ҡулланыла башланы.
Дауахананың офтальмология бүлеге мөдире Амур Моталлапов әйтеүенсә, бүлектә йылына 300-ҙән ашыу операция яһала. Бында Хәйбулла, Баймаҡ һәм Йылайыр райондары, Баймаҡ, Сибай ҡалаһынан сирлеләр мөрәжәғәт итә. Ошоға тиклем иң күп таралған глаукома һәм катаракта сиренә юлығыусылар операция яһатырға Өфөгә, йәки күрше Ырымбур өлкәһенә, Магнитогорск ҡалаһына йөрөһә, әле бындай медицина хеҙмәтен Сибайҙа күрһәтеү мөмкинлеге булдырылды.
Әйткәндәй, катаракта сире күпселек оло йәштәгеләр араһында йыш күҙәтелә. Яңы ҡорамалдың сафҡа индерелеүе инновацион технологиялар ярҙамында операцияны тиҙ һәм сифатлы башҡарыу мөмкинлеген бирә. Факоэмульсификатор ярҙамында сиргә йөйһөҙ хирургик операция яһалһа, икенсенән, бындай ысул ярҙамында күҙ күреү һәләте тулыһынса ҡапланып бөтмәҫ элек, йәғни “томанлы” күреү осоронда эшләргә була. Аппараттың төп өҫтөнлөгө — ҡырҡылған операция йөйө бәләкәй, ни бары 2-3 миллиметр булыуында, шунлыҡтан ул үҙ-үҙенә йәбешеп, тиҙ уңала. Был методика менән эшләүҙең төп үҙенсәлеге — операциянан һуң сирлеләр яҡшы күрә.
— Яңы аппарат файҙаланыуға тапшырылған көндө Өфө күҙ ауырыуҙары фәнни-тикшеренеү институтының хирургы Раян Хисмәтуллин үҙенең хеҙмәткәрҙәре менән килде. Яңы ҡорамалды һынап, бергәләп бер көндө туғыҙ кешегә операция яһаныҡ. Хәҙер был эште үҙаллы дауам итәбеҙ. Әгәр ҙә беҙ элегерәк катарактаға операция яһау өсөн сирленең тома һуҡыр ҡалыуын көтһәк, әле сирҙең тәүге эҙемтәләре күренеү менән эшләү мөмкинлеге бар. Был сирленең эш урынын һаҡлап ҡалыу мөмкинлеген бермә-бер арттыра. Шулай уҡ пациенттарға операция эшләү өсөн алыҫ араға юл йөрөргә кәрәкмәй. Беҙ планға ярашлы эш алып барабыҙ, күрһәткән хеҙмәт түләүһеҙ. Тик бер генә теләк: сирлеләр һуңғы сиккә тиклем үҙ һаулыҡтарына битараф булмаһын ине. Йылына бер тапҡыр булһа ла күҙ табибына күренеү мотлаҡ, — ти тәжрибәле табип Амур Хөрмәт улы.
Бүлектә әле 15 стационар һәм көндөҙгө бүлектә 10 койка иҫәпләнә.
Баймаҡ ҡалаһынан Венера Ғәлина, ошо уҡ райондың Урғаҙа ауылында йәшәүселәр Раҡиә Нәсибуллина менән Хәнифә Сафиуллина тап ошо көндәрҙә катаракта сиренән операция эшләткән. “Табип Амур Моталлаповтың оҫта ҡулдары яңы аппаратта “һә” тигәнсе операцияны уңышыл яһап та ҡуйҙы. Алыҫҡа барырға түгел, барыһына ла ҙур рәхмәт”, - ти улар.
Әйткәндәй, Сибай ҡала дауаханаһында шулай уҡ Баймаҡ ҡалаһынан, Йылайыр, Хәйбулла һәм Баймаҡ райондарынан килеүселәр ҙә дауалана.