«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Әбйәлилдәр суртан менән суртан тоталар



19.03.2019 Әбйәлилдәр суртан менән суртан тоталар

Хеҙмәттәшебеҙ, Ташбулат ауылында тыуып үҫкән Лилиә Хәлитова видеояҙманы ҡарап, бына нимә тине:

- Беҙҙең ауыл кешеләре - Харис ағай мәрхүм, Нәкип бабай төшкәндәр икән. Атайым да ошо ауылдаштар кеүек шығаға ята торғайны. Уға уңайлы булһын өсөн ашарына йылы көйөнсә йүгереп алып барабыҙ, ә ҡайтҡанда суртан сумкаһын тоттора. Ул ағастан, дипломат кеүек, яурынға аҫып алаһын, эсе туп-тулы балыҡ. Суртан сумка ауыҙынан ырғып килә лә төшә, һеңгәҙәткәнсе боҙға ҡуша һуғып, кире һалып алаһың да, артабан китәһең. Суртан көслө балыҡ, оҙаҡ ваҡыт тере ята, бирешмәй. Бара торғас, тағы килеп төшәләр. Тешләнә яҙып, этләнә-этләнә ҡайтып етелә ине бала саҡта.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға