«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Йырлаһын да йырлаһын Ҡандра һандуғасы!



19.03.2019 Йырлаһын да йырлаһын Ҡандра һандуғасы!

Өмөттәрең өҙөлгәндә
Аҡҡан һыуҙарға ҡара.
Ни ҡәҙәр ауыр булһа ла,
Ағын һыу юлын таба...
Мин әле ҡояштай балҡып, шундай бәхетле ултырам, сөнки Рауил ағай Шафиҡов менән һөйләштем!



Теүәл бер аҙна элек ватсапта әхирәтем Гөлйөҙөм Кирәева миңә бер видео ебәрҙе. Йөрәкте өҙөп, "Ағым һыуы" йырын башҡарған йырсыны иҫем китеп ҡат-ҡат тыңланым да, йырсыны эҙләргә булып киттем. Ҡәҙерле Айгөл Айытҡоловаға мең рәхмәт: уның арҡылы Гөлнара Шакирова исемле һылыу бер ханым йырсыны табышты бит!
"Бу минем авылдашым. Шаран районы Яна-Тамьян авылынын сандугачы - Рэуил Шафиков. Кандрада яши, әрәм булып ятмый ул, сәхнәдән төшми дә. Конкурсларда катнашып, лаеклы урыннар ала", - тип яҙҙы Гөлнара. Шулайтып Рауил ағайҙың эҙенә төшөлдө. Һәм, бына, ниһайәт, Рауил ағай менән һөйләшергә лә яҙҙы. Үтә моңло, һағышлы тауышлы ағай һөнәре буйынса йырсы түгел, ә ысынлап та, ябай водитель булып эшләй икән.

- Элек йырсы булғы килгәйне, хәҙер сәхнә тураһында хыялланырға һуң инде, поезд үткән, - тип яғымлы көлдө Рауил ағай. - Бибинур менән Ғәлим (Мөхәмәтғәлим) Шафиҡовтарҙың ҙур ғаиләһендә үҫкән бала мин. Ете бала үҫтек (ике ағайым мәрхүм инде). Мин кинйә малай. Татарстанда йәшәүсе ағайымдың да тауышы матур, яҡты донъянан киткән ағайымдар ҙа йырланы. Йыр-моңға һәләт ата-әсәйебеҙҙән килә. Йырларға ныҡ яратам. Минең шәп дуҫтарымдың береһе, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Булат Махиянов (уның менән армиянан һуң танышҡайныҡ) йәш саҡта гармунда уйнарға һәм йырларға өйрәтте. Гармунда әллә ни булдырманым кеүек, үҙемдән, мунса гармунсыһы, тип көләм, ә йырға һөйөү артҡандан-арта барҙы. Шаран районынан Салауат Хөсәйенов дуҫым да, мин ошо йырҙы өйрәндем әле, тип бер юлы миңә лә өйрәтә торғайны. Йырларға оҫта булһа ла, ул спорт буйынса китте. Дуҫтарым Салауат, Фәнис Әғлиуллин менән осрашып торабыҙ, йырлашып күңел асабыҙ. Йырһыҙ йәшәп булмай бер нисек тә. Йырларға күңелем тартылып тик торғас, сығыш яһарға ҡайҙа саҡырһалар ҙа, барам.

Йырлы күңелле Рауил ағай былтыр Өфөлә "Роснефть йондоҙҙар ҡабыҙа" тигән конкурста ҡатнашып, 2-се урын яулай. Май айында үтәсәк ижади бәйгегә һәүәҫкәр йырсы быйыл да саҡырыу алған. Гармунда әллә ни яҡшылап уйнамайым, тиһә лә, Рауил ағай февралдә Туймазы районында үткән III "Раймантау моңдары" гармунсылар бәйгеһендә 3-сө урын алып, бар яҡындарын, туғандарын, дуҫтарын һөйөндөргән. Был күркәм сарала ул Заһир Исмәғилевтың "Һағынырмын Уралтау буйҙарын" йырын башҡарған.

- Өйрәтһәләр, башҡортса ла йырлайым ул мин, - тип йылмайҙы Рауил ағай. - Күңелемә ятҡан һәр йырҙы яратып тыңлайым, өйрәнәм, башҡарам. Айырыуса һағышлы, моңло йырҙар күңелемә яҡын. Ниңә шулай икәнен әйтә лә алмайым. Тормошом ауыр ҙа түгел. Элек юҡсыллыҡты күрҙек инде, тик уны бөтә ил күрҙе. Бөгөн бөтә бар, нимә теләйһең, шуны һатып алырға мөмкин, иртәгеһе көнгә генә ышаныс юҡ, үкенескә...

36 йыл бергә татыу ғүмер иткән хәләл ефете Рәшиҙә ханым менән улар Рөстәм исемле ул менән Регина исемле ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр. Беренән-бере матур дүрт ейән һөйөп ҡыуана олатай менән өләсәй. Олатаһының ҡулына баян алыуы була, ейәндәре уның ҡырына килеп тә теҙелә. Бигерәк тә Ислам исемле ике йәшлек ейәндәре йыр-моңдо ярата, ауыҙҙарын асып, олатаһы кеүек килештереп тороп йырларға маташа. Уға яратып ҡарап: "Йырға маһирлыҡты, исмаһам, һин алып ҡалһаң ярар ине", - тип теләй Рауил ағай.

...Машинала йөк тейәгәнде көтөп ултырғанда, Дамир дуҫы Рауил ағайға, әйҙә, йырлап ебәр, тип, "Ағым һыуы" йырын видеоға яҙҙырғанда, ул шулай таралып китер, тип һәүәҫкәр йырсыбыҙ башына ла индермәгәндер әле. Ә бөгөн ошо видеоны минең сәхифәнән генә 47 меңдән ашыу кеше ҡарап, Рауил Шафиҡовтың талантына һоҡланыуын белдерҙе, тауышының моңлолоғон баһаланы. Ысын талант менән буш ҡыуыҡты айыра ул халыҡ. Беҙҙе матур йырҙары менән ҡыуандырған Рауил Шафиҡов оҙон ижади ғүмерле булһын, йырлаһын да йырлаһын Ҡандра һандуғасы!





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға