«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Газға күс тә, 27 мең һум аҡса ал



18.03.2019 Газға күс тә, 27 мең һум аҡса ал

Дәүләт беҙгә ярҙам итмәй, тип мыжығандар бар арабыҙҙа. Яңылыша бит улар. Дәүләт беҙгә ярҙам итергә әҙер генә тора.

Бына бер дәлил: “Газ-мотор яғыулығы баҙарын үҫтереү” тигән федераль программа бар, ана шуның буйынса автомобилдәрен бензиндан газға күсереүселәргә компенсация түләмәкселәр. Иң тәүҙә такси машиналарын, дәүләт хеҙмәткәрҙәренекен газға күсерәләр. Аҙаҡ сират бөтә йәмәғәт транспортына етәсәк.

Ә еңел автомобиль хужалары, әгәр үҙҙәре риза булып, бензиндан газ яғыулығына күсергә теләһә, субсидия түләнәсәк. Күплеккә күп түгел – 27 мең һум. Машинаң иҫке булмаһын түлкә, биш “йәштән” ҡарттар компенсацияға дәғүә итә алмай, тигәндәр, буғай. Шул уҡ ваҡытта газ баллоны ҡорамалы (ГБО) ҡуйыу хаҡы 90 мең һум тип иҫәпләнгән.

Әйткәндәй, транспорт төрөнә ҡарап, дәүләт 147 мең һумға тиклем субсидия бүләсәк.

Ба-ахыр, бензинға көн бөтәме ни инде, атыу? Ә “Роснефть” был турала ни уйлай икән?





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға