18.03.2019 31 мартта Өфөлә Наурыз байрамы үтәсәк
Сара Затон биҫтәһенең "Евразия" сауҙа үҙәге алдындағы майҙанда ойоштороласаҡ. Был урын тәүгә һайланды, бығаса байрам С.Юлаев майҙарында, Ҡашҡаҙан, И.Яҡутов паркында, Аксаков байсаһында уҙғарылғайны.
Программаһында Өфөнөң милли-мәҙәни үҙәктәренән унлап этнос делегацияһы, Ғафури районының "Сәйетбаба" башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге, Бүздәк районының "Килем" татар тарихи-мәҙәни үҙәге вәкилдәре сығышы көтөлә. Милли ихаталар ҡуйыласаҡ, ҡунаҡтарҙы оло ҡаҙандарҙа бешкән былау, милли ашамлыҡтар менән һыйлау ойоштороласаҡ. Сәхнәлә төрлө милләтле артистар һәм һәүәҫкәрҙәр сығыш яһаясаҡ.