«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Спортта көс һынаштылар



16.03.2019 Спортта көс һынаштылар

Баймаҡ ҡалаһының торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамында “Баһадир” физкультура-һауыҡтырыу комплексында спартакиадаға йыйылды.

Йылылыҡ, һыу, газ селтәре хеҙмәткәрҙәре, ремонт-төҙөлөш идаралығы эшселәре һәм урындағы эшҡыуарҙар был көндә үҙ оҫталығын гер күтәреү, йөҙөү, шашка, дартс аша һәм ҡул көсөн һынашыуҙа күрһәтте. Бергәләшеп арҡан тартыу һәм “Күңелле старттар” ярышы ла бик ҡыҙыҡлы үтте.
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә 1998 йылдан бирле эшләгән “Баймаҡ һыу селтәре” йәмғиәтенең баш инженеры Шәфҡәт Ҡашҡаровҡа әле 64 йәш. Ул бик оҫта шашкасы. Шулай уҡ волейбол, футбол уйнай, саңғыла йөрөй. Йыл һайын тиерлек призлы урындар яулай. “Спортҡа ылыҡҡан йәштәрҙе күреп һөйөнәм”, -- ти ул. Ә бына “Йылылыҡ селтәре” йәмғиәте директоры Айрат Сөләймәнов спартакиадаға 23 кешенән торған команда менән килә. Үҙе йөҙөүҙә ҡатнашты.





Автор: Т. Аманов
Фото: Т. Аманов


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға