18.03.2019 Соҡорҙар менән "эшләүсе" берҙәм программа булдырыла
Дүшәмбе оператив кәңәшмәһендә юлдағы соҡор-саҡырҙарҙы ремонтлау тураһында докладтарҙы тыңлағандан һуң, республика етәксеһе Радий Хәбиров эшләү ысулдарының иҫкергәнен белдерҙе. Баҡһаң, беҙ 50 йыл самаһы элек сыҡҡан алым буйынса ремонт яһайбыҙ икән, ә хәҙер яңы технологиялар заманы.
БР Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов соҡорҙарҙы ремонтлау буйынса “Юл картаһы”ның цифрлы ҡушымтаһы ниндәй буласағы менән таныштырҙы. Мәҫәлән, юлда соҡор күреп ҡалдың да, тиҙ генә смартфоныңа төшөрөп, тейешле порталға ебәрәһең һәм был соҡор тиҙ арала ямаласаҡ. Тик әлегә берҙәм форматта эшләүсе ҡушымта юҡ.
– Республикала берҙәм ҡушымта булырға тейеш. 1 апрелгә тиклем эшләргә тигән күрһәтмә бирҙем. Уны шәхсән үҙем һынап ҡараясаҡмын, тине Радий Хәбиров.
Етәкселек ныҡлап тотонмаҡсы. Ниһайәт, шыма юлдарҙан йөрөйәсәкбеҙме икән быйыл?