«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Сибайға ҡайһы берәүҙәр пиар өсөн бара



18.03.2019 Сибайға ҡайһы берәүҙәр пиар өсөн бара

Республика хөкүмәтенең бөгөнгө оператив кәңәшмәһендә Сибай ҡалаһындағы хәл-торош тураһында хәбәр ителде.

БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров докладында билдәләп үтеүенсә, эш план буйынса бара, карьерға һыу тултырыу буйынса эш дауам итә, һауа тәүлек әйләнәһенә тикшерелә. Мониторинг алып барыу күрһәтеүенсә, үткән аҙнаның алты көнөндә ағыулы концентрацияның норманан күтәрелеүе теркәлмәгән.

Әммә ҡайһы бер кешеләрҙең хәл-торошто ҡуҙғытып ебәрергә тырышыуы күҙәтелә. Шәмбелә үк әйтеүҙәренсә, ҡалаға Мәскәүҙең үҙенән бер политолог килеп, митинг ойоштормаҡсы булған, әммә Сибай халҡы быға ҡаршылыҡ күрһәткән. Саҡырылмаған ҡунаҡ аҙаҡтан социаль селтәрҙә “тешен күрһәткән”.

Радий Хәбиров бындай политологтарға, әлбиттә, кире ҡарашта. Ярай әле, сибайҙар сабырлыҡ күрһәткән, тип тә әйтеп ысҡындырҙы етәксе. Эйе, беҙҙең халыҡты сығырҙан-сығарһалар, күрмәгәнен күрер ине.

– Халыҡҡа ысын ярҙам итер өсөн түгел, ә үҙҙәрен беҙҙең проблемала күрһәтеп ҡалырға йөрөй бит ул ундайҙар. Быны туҡтатырға кәрәк... Ә мониторингты мөмкин тиклем асыҡ үткәрергә, тине Радий Фәрит улы.

Әйткәндәй, республиканан барған табиптар бригадаһы Сибайҙан ҡайтарыла.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: ИА "Башинформ"


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға