«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Район башлығы “Инвестиция сәғәте” өсөн ишеген аса



18.03.2019 Район башлығы “Инвестиция сәғәте” өсөн ишеген аса

Республика Хөкүмәтенең бөгөнгө оператив кәңәшмәһендә Башҡортостанға инвестициялар йәлеп итеү буйынса темаға ҡағылышлы яңылыҡтар иғлан ителде.

БР Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров былд мәсьәләлә район һәм ҡалалар етәкселеген етди булырға саҡырҙы. Беләһегеҙҙер, ярты йыл самаһы Хөкүмәттә “Инвестиция сәғәте” бара. Бында бизнес берлек, инвесторҙар, потенциаль инвесторҙар ҡатнаша. Ошо аҙнала уҡ маҡсатлы сәғәттәр муниципалитеттарҙа ла уҙғарыла башлай. Радий Хәбиров фекеренсә, әлегә район-ҡала башлыҡтары менән бизнестың мотивацион бәйләнеше артыҡ һиҙелмәй. Беҙҙә эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә булышлыҡ итеүсе саралар байтаҡ ҡына. “Инвестиция сәғәте” лә шуларҙың береһе. Бынан ары һәр кесе йомала муниципалитет башлыҡтары ошо “сәғәт”те үткәрергә тейеш. Республика етәксеһе ваҡытын 11.00 сәғәттә булһын, тип тәҡдим итте.

Район башлығы ошо сәғәттә хакимиәт ишеген аса һәм унда: а) инвесторҙар, б) эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүселәр (йә эш башларға теләүселәр) йыйыла. Радий Фәрит улы әйтеүенсә, райондарға республика килгән кеүек миллиардтар килмәгән хәлдә лә, “Инвестиция сәғәте”ндә ауылда, мәҫәлән, магазин асырға теләүсе кеше бөтә һорауға яуап алырға тейеш.

Шулай итеп, 28 марттан бөтә муниципалитетта ла “Инвестиция сәғәте” уҙғарыла башлаясаҡ.
– Беҙ һеҙҙе – бизнесҡа, бизнесты һеҙгә яҡынайтабыҙ, – тине Радий Хәбиров.

Тимәк, тиҙҙән райондарҙа ла кәртә ҡормай ғына үҙ халҡының эшҡыуарлыҡҡа булған тәүге (йәки артабанғы) аҙымдарына булышлыҡ итеү яйға һалынасаҡ.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға