18.03.2019 Учалы районының бер ауылында ҡотороҡ карантины иғлан ителде
Ураз ауыл Советына ҡараған Ҡолош ауылында хәҙер ауыл эт-бесәйҙәрҙе индереү һәм сығарыу, ҡыр хайуандарын аулау, ситкә алып китеү тыйыла.
Карантин указына 5 мартта БР Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы.
Әле ауылдағы бар йорт хайуандарына, мал-тыуарға иҫкәртеү вакцинацияһы үткәрелә.