16.03.2019 Бөгөн Бөтә донъя йоҡоһоҙлоҡ көнө
Йоҡо бүлмәһендә ике генә әйбер рөхсәт ителә. Улар нимә икән?
Йоҡоһо туймаған кеше иҫерек менән бер. Табиптар әйтеүенсә хроник йоҡоһоҙлоҡ арҡаһында йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары, хәтер насарланыу, шәкәр диабеты, онкология сирҙәре барлыҡҡа килә. Юл һәләкәттәрендә төп сәбәп булып та водителдең йоҡоһо туймау тора.
Кешенең йоҡоһо туйһын өсөн 7 сәғәт ваҡыт кәрәк. Йыл миҙгеленә, йәшкә ҡарап был күрһәткес үҙгәрә. Әгәр ҙә кеше аҙнаһына өс тапҡыр насар йоҡлай, иртән гел йоҡоһо туймай, төндә йыш уяна, йоҡлап китә алмай икән, уға йоҡоһоҙлоҡ дигнозы ҡуйырға мөмкин.
Иң яҡшыһы — 22 сәғәттә йоҡларға ятыу. Был осорҙа йоҡо гормондары күберәк барлыҡҡа килә. Йоҡлар алдынан компьютер, телефон зыянлы. Йоҡо бүлмәһендә ике генә нимә рөхсәт ителә: йоҡо һәм секс. Талғын музыка, йога, саф һауала йөрөү, китап уҡыу тынысланып йоҡларға ярҙам итә.