«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Балаһын 9-сы ҡаттан ташлаған ҡатынды ҡулға алғандар.



15.03.2019 Балаһын 9-сы ҡаттан ташлаған ҡатынды ҡулға алғандар.

Балаһын 9-сы ҡаттан ташлаған ҡатынды ҡулға алғандар.Уны 22-се дауахананан туп-тура Киров районы судына килтергәндәр. Судья ҡатынды әлегә 2 айға ҡулға алырға тигән ҡарар ҡылған.
Ике йәшлек ҡыҙының да хәле яҡшырған. Ауыр мәлдәр артта ҡалды, ти табиптар.

Ҡатын балаһын үлтерергә маташыуҙа ғәйепләнә. Ул тәүҙә ҡыҙын 9-сы ҡаттың балконынан ташлаған, артынан үҙе лә һикергән. Уларҙың ғүмерен ҡалын көрт һаҡлап ҡалған.

Тикшереүселәр алдында енәйәт сәбәбен асыҡлау бурысы тора. Шаһиттар әйтеүенсә, дауаханаға оҙатҡан ваҡытта ҡатын үҙен сәйер тотҡан.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға