«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Һыйырҙан “ысын һөт” һауыла ла, беҙҙең ауыҙға ингәнсе күп үҙгәреш кисерә



15.03.2019 Һыйырҙан “ысын һөт” һауыла ла, беҙҙең ауыҙға ингәнсе күп үҙгәреш кисерә

Һыйырҙан “ысын һөт” һауыла ла, беҙҙең ауыҙға ингәнсе күп үҙгәреш кисерәИтһеҙ колбаса, порошоклы һөт, сырлы ризыҡ кеүектәр беҙҙең тормошҡа һуңғы йылдарҙа гөрләп килеп инде. Ризабыҙ беҙ улар менән, ризабыҙ. Сөнки һатып алабыҙ бит. Бөтә кеше лә яңы ғына һауылған һөт, йәш ит, баҡсала ултырған көйө генә ҡыҙарған помидор ҡуллана алмай шул. Ә шулай ҙа яҡшы хәбәр бар.

Росстандарт (техник көйләү һәм метрология буйынса федераль агентлыҡ) белгестәре яңы ГОСТ әҙерләй икән. Һөт ризыҡтарына бәйле проект апрелдә ҡараласаҡ. Шуға ярашлы, һөт продукцияһына антибиотик ҡушыу тулыһынса тыйыла. Йәғни һөт һөт һымаҡ булыр инде улайһа. Рәхәтләнеп эсербеҙ.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға