15.03.2019 "Магнит"та Миәкәнең балығы юҡ, ә "Пятерочка"ла - "Башҡорт колбасаһы"...
Федераль магазиндарҙа ниңә Башҡортостанда етештерелгән аҙыҡ-түлек юҡ? Булһа ла, бик аҙ. Ә бына Мәскәү, Һамар һәм башҡа өлкәләрҙең продукцияһы быуа быуырлыҡ. Урындағы етештереүселәргә федераль сауҙа кәштәләренә эләгеүе һис тә еңел түгел.
Башҡортостан Башлығы в.в.б. Радий Хәбиров БР ауыл хужалығы министрына урындағы аграрийҙарҙың эре сауҙа селтәрҙәре менән хеҙмәттәшлеге мәсьәләһен ҡарарға ҡушты. Радий Фәрит улы әйтеүенсә, был проблема республикаға ғына түгел, тотош илгә хас: төбәк етештереүселәренең продукцияһын власть тарафынан пропагандалау эше аҡһай.
Ысынлап та, бөгөн һатып алыусы сағыу ҡаптарҙан һәм пафослы рекламанан арыған. Ул тәү сиратта сифатлы һәм тәмле аҙыҡ-түлек менән ҡыҙыҡһына.