«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Торлаҡ-коммуналь түләүҙәр ҡабаттан иҫәпләнә



15.03.2019 Торлаҡ-коммуналь түләүҙәр ҡабаттан иҫәпләнә

“Яңы”са иҫәпләнгән субсидияларҙы апрелдән башлап алырға була. Башҡортостан Хөкүмәте ташламаларға эйә булыусылар өсөн компенсацияны иҫәпләүгә ЖКХ хаҡтарының яңы стандарттарын раҫланы.

Күп балалы йәки тулы булмаған ғаиләләргә коммуналь түләүҙәр дөйөм килемдең 13 процентынан да күп булырға тейеш түгел. Бығаса 15 процент ине. 70 йәштән өлкән яңғыҙ кешенең килеменән түләүгә – 16, 60 йәштән өлкән яңғыҙ ир-ат, 55 йәштән өлкән ҡатын-ҡыҙҙың килеменән – 18, башҡа категорияға ҡараған граждандарҙан 20 проценттан артыҡ тотонолһа, улар субсидия юлларға хоҡуҡлы.

Мәҫәлән, Рамаҙандың айлыҡ килеме 20 мең һум икән, ә коммуналь түләүе 4 100 һум (йәғни 20 проценттан артыҡ) икән, ул субсидия юллай ала. Балаһын бер үҙе тәрбиәләгән Сәүиә лә, 20 мең һум килем алып, квартплатаһы 2 600 һумдан ашып китһә (килемдең 13 проценты), субсидияға хоҡуҡлы.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға