«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Подружка"ның улы машинаңды урлаһа...



15.03.2019 "Подружка"ның улы машинаңды урлаһа...

Әбйәлилдә 36 йәшлек ҡатын әхирәтенә ҡунаҡҡа килә. Ә иртәнсәк уның ВАЗ – 21102 маркалы машинаһынан елдәр иҫкән була.

... Стәрлетамаҡ ҡалаһы колледждарының береһендә белем алыусы 16 йәшлек студент тыуған ауылына каникулға ҡайта. Төндә дуҫтары менән осрашҡан егеткә таңға ҡарай күңелһеҙ булып китә. Йорт алдында әсәһенең әхирәтенең машинаһын күргәс, күңеле күтәрелә тегенең.

Ҡунаҡ апайҙың куртка кеҫәһенән асҡыстарҙы тартып сығарыу бер ни ҙә тормай уға. Ләкин үҫмергә урам буйлап оҙаҡ елдереү яҙмаған икән, ауыл осонда двигатель һүнеп эште боҙа. Эшкинмәгән водителдең һис тә иҫе китмәй, ҡайтып асҡысты урынына һала һәм әүен баҙарына китә.

Күпмелер ваҡыттан, әсәһе улын уята һәм машина хаҡында һораша. Тик егеттең барыһын да һөйләп бирергә ҡыйыулығы етмәй. Ул полиция бүлегендә генә дөрөҫөн һөйләй.

Күрәһең, бәл хәл әхирәттәрҙең дуҫлығын боҙған. Сөнки ҡунаҡтың ғаризаһы нигеҙендә йорт хужабикәһенең улына ҡарата РФ Енәйәт кодексының 166-сы статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға