«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ғүмеремде вариҫтарыма бүләк итәм



15.03.2019 Ғүмеремде вариҫтарыма бүләк итәм

Өфөнөң Киров районында Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан "Ғүмеремде вариҫтарыма бүләк итәм" тип исемләнгән фестиваль асылды. Ул 21 октябргә тиклем дауам итә.

Сара сиктәрендә мәғариф ойошмаларында инша, һүрәт бәйгеләре, шиғриәт кисәләре, әҙәби осрашыуҙар уҙғарыу ҡаралған. Шулай уҡ ҡатнашыусылар Мостай Кәримдең әҫәрҙәрен төрлө телдәргә тәржемә итәсәк, тематик күргәҙмәләрҙә ҡатнашасаҡ.

Фестивалде асыу тантанаһында уҡыусылар бөйөк шәхестең шиғырҙарын тасуири һөйләне, ә үҙешмәкәр коллективтар концерт программаһын йыр-бейеүҙәре менән байытты.





Автор: Гөлнур ҠЫУАТОВА
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға