«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ҡыш яҙҙы йыға һуҡты...



14.03.2019 Ҡыш яҙҙы йыға һуҡты...

Һеҙ нимә, март еткәс тә, ҡыш китеп барыр, тип уйлай инегеҙме? Мартты ҡыш айына индерергә күптән ваҡыт ул. Бына шул: синоптиктар иртәгә насар көн торошон фаразлай.

Һауа температураһы 15 градусҡаса һыуытасаҡ. Көндөҙ – 6 булыр моғайын. Ҡайһы бер райондарҙа унан да һалҡынайтыуы ихтимал. Ҡар яуасаҡ. Тик ҡышҡы мамыҡ ҡар түгел, ә “ауыры”, рашҡыһы. Юлдарҙа боҙлауыҡ, бураны ла булыр. Ҡыҫҡаһы, марттың иң яман көндәренең береһе.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: Т. Аманов


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға