14.03.2019 Сибай йәшмәләре донъя яулай
Ҡалаға килгән һәр ҡунаҡ өсөн Сибай йәшмәләренән яһалған сувенирҙы һатып алыу матур йолаға әйләнгән. Йәшмәнән яһалған күҙҙең нурын алыр картиналар тиһеңме, ҡатын-ҡыҙ биҙәүестәреме, шкатулка, паннолармы — быларҙың барыһын да “КАРО” художество оҫтаханаһының алтын ҡуллы эшселәре тыуҙыра.
Оҫтахана хужаһы Сергей Чулков белдереүенсә, Сибай йәшмәһе донъяла киң танылыу тапҡан. Ҡулдан эшләнелгән йәшмәнән тыуҙырылған мөғжизәләрҙе һорап, хатта сит илдән дә заказдар алына. Ысын сәнғәт өлгөһөн аңлаған кеше таштан яһалған картиналарҙың мәңгелек һәм улар бер-береһен ҡабатланмауын яҡшы белә.
— Йәшмә — ҡаты таш, уны эшкәртеү еңелдән түгел. Шуға күрә бында эшләүселәрҙән ҙур хеҙмәт һәм сабырлыҡ талап ителә. Бер картинаны бер нисә ай дауамында эшләргә мөмкин, — ти эшҡыуар.
Әйткәндәй, “КАРО” исеме “Каменная роспись” һүҙенең тәүге атамаһынан алынған һәм оҫтахананың бар асылын үҙендә туплаған. Рәссам-мозаика йыйыусылар Илнара Ғәтиәтова, Лилиә Ғәбдерахманова, Лилиә Насыровалар таш менән һүрәт яҙһа, Ирина Ибраһимова таштарҙы йоҡа итеп ҡырҡа. Ә инде мастер Динар Ғәлиуллин эш барышын көйләй.
Таштан мөғжизә тыуҙырыр оҫталар шулай уҡ заказ буйынса йәшмәнән төрлө сувенирҙар һәм интерьер әйберҙәре лә эшләй.
Әгәр Сибайға юл төшһә, “КАРО” ның алтын ҡуллы оҫталарының әйберҙәрен бүләккә алмай ҡайтмағыҙ! Матур ҙа, зауыҡлы ла улар!