«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Берәйһе ҡул күтәрһә, "морг холодильнигына" тыҡ!



13.03.2019 Берәйһе ҡул күтәрһә, "морг холодильнигына" тыҡ!

Юҡ, биш йылға тегендә оҙатырҙар, Аллам һаҡлаһын!

2011 йылда төнгө клубта ике әҙәм һуғышып китә. Ғәҙәти күренеш, шулаймы? Тик уларҙың береһе асыу һаҡлаусан була күрәһең: икенсеһен бер-нисә көндән артынан күҙәтеп бара ла, машинаһына ултыртып мәйетханаға алып килә. Унда эшләүсе танышы менән теге "дошманын" мәйеттәр янына һыуытҡысҡа тығып ҡуялар. Ҡотолоу хаҡы 100 мең һум була.

Былтыр ҡыҫҡанға быйыл ҡысҡырмайҙар әлбиттә. Әммә мәйеттәр ятҡан һыуытҡысҡа бикләгәндәре өсөн һигеҙ йылдан һуң да хөкүм итәләр икән.
Һөҙөмтәлә, үс алыусы ла, уның мәйетханала эшләгән танышы ла биш йылға иркенән мәхрүм ителгән. оҙатырҙар, Аллам һаҡлаһын!





Автор: Гөлнур ҠЫУАТОВА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға