13.03.2019 Көнсөллөк бик алама күренеш
Эскелекте әйтеп тә тораһы түгел. Ә көнсөллөк менән эскелек бергә ҡушылһа, ололар әйтмешләй, "война инде". Быға дәлилдәр бик күп: көн һайын тигәндәй ошо сәбәпле төрлө енәйәттәр ҡылына, фажиғәләр булып тора.
Мәҫәлән, былтыр Учалыла циркачтар ҙа шул арҡала суд тарихына инеп ҡалды. Ир менән ҡатын, ике хеҙмәттәше менән бергә ике шешә коньякты бушатҡас, рәхәтләнеп кенә һуҙылып ятып ял итер урынға, талаша башлаған: ир ҡатынына, һин табындаштарҙың береһенә артыҡ күп ауыҙ йырҙың, тип бәйләнгән, тегеһе яуапһыҙ ҡалмаған - бысаҡҡа йәбешкән. Әлдә Учалы табиптары ирҙе ҡотҡарып алып ҡалған, юғиһә, китә ине бисәһенең башы алыҫ-алыҫтарға...