«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Даниил Квят быйыл күпме эш хаҡы аласаҡ?



13.03.2019 Даниил Квят быйыл күпме эш хаҡы аласаҡ?

Өфөлә тыуып үҫкән Даниил Квяттың "Формула-1" автомобилдәрҙең ҡулсалы ярышында ҡатнашҡаны барыһына ла мәғлүм. Ошо көндәрҙә уның быйылға эш хаҡы билдәле булды.

Журналист Дитер Ренкен 2019 йылға пилоттарҙың гонорары исемлеген нисектер ҡулға төшөргән. Уны тик FIA ағзалары ғына күрә ала.

Беренсе урында донъя чемпионы Льюис Хэмилтон килә - уға 35 миллион евро түләнәсәк. Беҙҙеңсә был 2 млрд 591 млн һум. Икенсе урында Феттель — 30 миллион евро.

Рәсәйҙән берҙән-бер уҙышсы, Өфө егете Даниил Квят "ни бары" 2 миллион евро аласаҡ. Беҙҙеңсә был 148 миллион һум тирәһе. 30 мең һум уртаса эш хаҡы алған кешегә бының өсөн 309 йыл эшләргә тура килер ине.

Квят быйыл кире "Торо Россо" командаһына ҡайтты һәм был ялдарҙа Австралияла миҙгелдең беренсе гран-прийында ҡатнашасаҡ.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға