«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Тартығыҙ, һеҙҙең 31 йыл ваҡытығыҙ бар



12.03.2019 Тартығыҙ, һеҙҙең 31 йыл ваҡытығыҙ бар

Ил Хөкүмәтенә тәмәкегә ҡаршы концепция әҙерләп бирелгән. Документ Рәсәй халҡын тәмәке зарарынан һаҡлауға йүнәлтелгән. Был – дәүләт сәйәсәте. Йәғни дәүләт халыҡты тәмәкенән дә, алкоголдән дә араларға тырыша. Ғөмүмән, аҡыллылар күптән тартыуын да, эсеүен дә ташланы.

2050 йылдан һуң Рәсәйҙә тәмәке һатыу сикләнеүе лә ихтимал. РФ Һаулыҡ һаҡлау министрлығының шундай ниәте бар икән. Ул ваҡытҡа инде, әлеге ведомствоның күҙаллауы ( хыялы, тиһәң дөрөҫтөр) буйынса беҙҙә тәмәке тартыусылар дөйөм халыҡ һанының биш процентын ғына тәшкил итәсәк.

Әле Рәсәй иң тәмәкесе ун ил иҫәбенә инә.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: Т. Аманов


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға