«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Уҡытыусының хеҙмәт хаҡы: ҡайҙа күпме?



12.03.2019 Уҡытыусының хеҙмәт хаҡы: ҡайҙа күпме?

Рәсәй төбәктәрендә педагогтарҙың хеҙмәт хаҡтары ныҡ айырыла. РИА рейтинг төҙөгән исемлек буйынса, былтыр белем биреү тармағында эшләүселәрҙең уртаса хеҙмәт хаҡы 30 мең һум тәшкил иткән.

Тәрбиәселәр менән сағыштырғанда, уҡытыусыларҙың эш хаҡы күберәк.

Ямал - Ненец округында һәм Чукоткала хеҙмәт хаҡы 75 мең һумдан кәм түгел. Артабан Ханты - Манси, Немец (Алтай өлкәһе) округтары, Магадан өлкәһе, Мәскәү ҡалаһы, Сахалин өлкәһе, Камчатка крайы килә.

Төнъяҡ Кавказда уҡытыусыларҙы ҡайырып аҡса эшләй тип әйтеп булмай. Ҡарасай - Черкес, Алтай, Мордовия һәм Дағстан уҡытыусыларының яртыһынан күбеһе 15 меңдән аҙыраҡ эш хаҡы ала.

Рейтинг һөҙөмтәләре буйынса, Рәсәйҙең 51 төбәгендә уҡытыусы һәм тәрбиәселәрҙең өстән бер өлөшө 15 мең һумдан кәмерәк аҡса ала.

Башҡортостанда уҡытыусының уртаса хеҙмәт хаҡы 23,5 мең тирәһе булһа, Татарстанда - 27,2 мең.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға