«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Аҡман-тоҡман



12.03.2019 Аҡман-тоҡман


Бәйгеләргә сыҡҡан, дәү алышҡа,
Яғалашыу бара майҙанда.
Күрегеҙсе дуҫтар, кем алыша,
Көс һынаша ҡымтып ҡайҙан да!?

Бер ҡарауға тамсы тама тып-тып,
Икенсегә буран ажғыра.
Аҡ буранлы, ап-аҡ ҡарлы бабай
-Тороп тор-ти Яҙға- аҙ ғына!

-Етте, етте, һинең ваҡыт үтте,
Дибегәне бир!-ти Яҙһылыу.
Уйына ла килмәй аҡ бабайҙың
Әле генә, әле юҡ булыу.

Бар хәленсә ҡулда тотмаҡ була
Дилбегәне бирмәй Яҙ-ҡыҙға.
Белмәйҙер шул аҡ һаҡаллы бабай,
Тоталмаҫын Яҙҙы бер ҡыҙһа!?

Бер ынтылһа үрәпсеп Яҙһылыу,
Тота алмаҫ уны аҡ бабай.
Сигенер ул артҡа, мөңгөр-мөңгөр,
-Ярһыуһың да икән, ах, ҡалай!?

Яҙһылыуҡай сабыр ҡар өҫтөнән,
Умырзая ҡалҡыр эҙенән.
Шатлыҡ-ҡыуаныс йәштәре тамыр
Ләйсән-ямғырҙың да күҙенән.

Бар ғалләм уяныр йоҡоһонан,
Һыуҙар ағыр һыймай ярҙарға.
Сихри моңға күмеп туғайҙарҙы,
Ҡоштар ҡайтыр тыуған яҡтырға...

Ҡыш менән Яҙ сыҡҡан бәйгеләргә,
Яғалашыу бара бөгөнгә.
Иртән балҡыр ҡояш алһыуланып,
Аҡ һаҡаллы бабай сигенһә!





Автор: Хәлиҙә ИШДӘҮЛӘТОВА
Фото: Автор фотоһы


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға