«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Хаҡтар менән һуғышта “Баш антимонопольщик” халыҡ яғына сыҡты



12.03.2019 Хаҡтар менән һуғышта “Баш антимонопольщик” халыҡ яғына сыҡты

Монополияға ҡаршы Федераль хеҙмәт етәксеһе (ФАС) Игорь Артемьев, ниһайәт, дөрөҫөн аңланы шикелле: халыҡ торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн артығы менән түләй. Хатта үҙ хаҡынан ике тапҡырға күберәк түләй. Быға төбәктәрҙең күбеһендә тарифтарҙың юғары булыуы сәбәпсе.

Мәҫәлән, ти ФАС башлығы, күрше ауылдарҙың береһендә һыуға тарифтар икенсеһенекенә ҡарағанда 54 тапҡырға артыҡ булыуы ихтимал. Дөрөҫ фаразлай етәксе – беҙҙә бөтәһе лә булыуы мөмкин.

Игорь Артемьев тарифтарҙы көйләүсе закон проекты әҙерләүҙәре хаҡында һөйләне. Әле документты Рәсәй Хөкүмәте ҡарай. Унда баштүбән әйләндереп, халыҡҡа тағы насарыраҡ эшләмәһәләр ярай ҙа.

Тарифтарҙа тәртип булдырыр өсөн яҡынса өс йыл кәрәк, имеш. Көтәйек. Түҙгәс, түҙәйек, йәмәғәт.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға