«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Март йылы буласаҡ



12.03.2019 Март йылы буласаҡ

Бурандарҙан һуң көндәрҙең ҡапыл йылытып ебәреүе, ямғыр яуыуы урамдарҙа , юлдарҙа һыу йыйылып ятыуына сәбәпсе булды. Ер туң булғас, ирегән ҡар ҙа ергә һеңә алмай. Былтыр ҙа ошо күренеш күҙәтелгәйне. Быйылғы ҡар ҡатламы ҡалын ғына. Тупраҡта дым етерлек.

Гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте мониторинглау буйынса Башҡортостан идаралығы етәксеһе Вилора Горохольская белдереүенсә, уҙған йылдар менән сағыштырғанда, ташҡын күләме ун процентҡа түбәнерәк булыуы күҙаллана.

Урал йылғаһы бассейнында йылғалар норманан ике-өс көнгә алда, беренсе апрелдән алтынсы апрелгә тиклем, ҡуҙғалыуы көтөлә. Әле йылғаларҙа шәре сыҡты. Ағиҙел йылғаһы буйынса мәғлүмәт 25 марттан һуң хәбәр ителәсәк. Март айы йылы буласаҡ. Һауа температураһы көндөҙ – 1- ҙән дә түбән төшмәйәсәк.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: Автор фотоһы


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға