«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Башкирский сувенир" грампластинкаһы



11.03.2019 "Башкирский сувенир" грампластинкаһы

«Мелодия» фирмаһының минутына 33 әйләнешле "гранд" пластинкаһы. 1976 йылда яҙҙырылған. Йырҙар монофоник. Һәр яҡҡа етешәр йыр яҙылған.

Йыйынтыҡтың бер яғына:
"Ҡыр ҡаҙҙары",
"Бик һағынһам тыуған яҡты",
"Шулай булһын ғүмергә",
"Былбылым" йырҙары,
"Ҡара юрға" башҡорт халыҡ йыры ингән. Уларҙы Роза Аҡҡуҡукова, Т.Сәғитов, Г.Латыпов, Н.Аллаярова, Г.Солтанова, Ж.Рәхмәтуллина Ғата Сөләймәнов етәкселегендәге ҡурайсылар ансамбле оҙатыуында башҡарған.

Икенсе яғында:
"Сажиҙә",
"Әйткән инең",
"Йыуаса" БХЙ,
"Иҫеңдәме",
"Башҡорт ҡымыҙы",
"Урман шаулар",
"Минең урманым" йырҙары яҙҙырылған. Уларҙы С.Ғәлимова, И.Смаков, Ф.Ноғоманова, Ғ.Әбделмәнов, З.Мәхмүтов, К.Вәлиев башҡарған.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: Т. Аманов


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға