11.03.2019 Красноярск ҡалаһында барған Универсиада уйындарында яулыҡлы ҡыҙ сығыш яһаған
Фигуралы шыуыу тарихында тәү тапҡыр хиджаб менән сығыш яһаусы спортсы Захра Лари — Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренән. Мосолман ҡыҙының был шөғөлөнә тәүҙә әсәһе ҡаршы сыға. Ә бына атаһы балаһының теләген хуплай. Ир яратҡан ҡыҙы өсөн хатта тотош боҙ һарайы төҙөткән.
Әлегә фигуралы шыуыу талаптары буйынса баш кейемендә боҙға сығыу тыйыла ине. Тик Захра өсөн генә ҡағиҙәләр үҙгәртелгән.
Спортсының кумиры ла мосолман ҡыҙы Алина Заһитова икән, баҡһаң.