«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Кейемең зауыҡлымы?



11.03.2019 Кейемең зауыҡлымы?

Һуңғы ваҡытта халыҡта этностилдә кейенеүгә иғтибар артты. Көндәлек ябай кейемде үҙенсәлеклегә әйләндереү өсөн күп тә кәрәкмәй: иң мөһиме – теләк һәм дәрт булһын!

Сибай гимназия-интернатында Раушания Рамаҙанова туҡымаға акрил буяуҙар ярҙамында һүрәт төшөрөү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Балалар кейемде ошо рәүешле биҙәү нескәлектәренә ҙур ҡыҙыҡһыныу менән төшөндө.

Кемдер футболкаһын этностилдә биҙәһә, икенселәр уға үҙенең яратҡан төркөмө атамаһын, кейем логотибын һ.б. яҙыуҙы өҫтөн күрҙе. Был шөғөл балаларға бик оҡшаны, улар артабан да ошо йәһәттән оҫталыҡ дәресе алыуҙы дауам итергә теләк белдерҙе.





Автор: К. Ишбулдина
Фото: Автор фотоһы


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға