«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Өмбәттә ҡатын-ҡыҙҙар араһында "Алтын тирмә" уйыны үткәрелде



10.03.2019 Өмбәттә ҡатын-ҡыҙҙар араһында "Алтын тирмә" уйыны үткәрелде

Өмбәттә ҡатын-ҡыҙҙар араһында "Алтын тирмә" уйыны үткәрелдеӘле бар тирә-яҡ ап-аҡ ҡарға сумып, бурандар уйнап торһа ла, яҙ һулышы, яҙ менән бергә байрам һулышы һиҙелә.

Ошо матур мәлдә беҙ иң яҡты, иң наҙлы байрам - 8 март - ҡатын-ҡыҙҙар көнөн билдәләйбеҙ. Өмбәт ауыл китапханаһында ла байрамға ҡарата ҡатын-ҡыҙҙар арһында "Алтын тирмә" интеллектуаль уйыны үткәрелде.

БЮТ каналындағы ярыштан саҡ ҡына ситләшеп, өс команда ҡатнашты, һәм уларҙа уйынсылар һаны сикләнмәне. Мәзиттән - "Умырзая", Өмбәттән - "Миләш" һәм Ғәббәстән - "Ауыл ҡыҙҙары" командалары әҙәбиәт өлкәһендә үҙ белемдәрен һынап ҡараны.

Уйындың беренсе - "Кем сосораҡ?" турында командаларға башҡорт, рус, сит ил, балалар әҙәбиәтенән һорауҙар әҙерләнгәйне.

Ҡатнашыусылар тиҙ генә урындан яуап бирергә тейештәр ине, тур шуға ла "Кем сосораҡ" тип атала. Һәр команда үҙҙәренең исеме, девизы менән таныштырҙылар. Икенсе турҙа командаларға үҙҙәренә оҡшаған өлкәнән һорауҙарҙы һайлап алыу мөмкинлеге бирелде. "БАССР-ҙың 100 йыллығы", "Башҡорт әҙәбиәте", "Балалар әҙәбиәте", "Рус әҙәбиәте","Яҡташтарыбыҙ ижады", "Башҡорт халыҡ ижады" буйынса әҙерләнгән ярайһы уҡ ҡатмарлы ғына һорауҙарға яуап биреп, ҡатнашыусылар үҙ белемдәрен күрһәтте.

Командалар музыкаль күстәнәс тә әҙерләгән ине. "Миләш" командаһы - "Бүләк", "Умырзая" командаһы - "Ейәнсура таҡмаҡтары", "Ауыл ҡыҙҙары" командаһы - "Туғандар" йырҙарын бик матур итеп башҡарҙы.

Үҙ-ара дуҫлыҡ, татыулыҡ еңгән уйындан һуң сәй табыны артында ла төрлө ҡыҙыҡлы уйындар уйнатылды, фантикка наказдар үтәнеләр. Уйында ҡатнашыусылар күрше ауылдар менән берлектә ошондай сараларҙың йышыраҡ үткәрелеүен теләп, тағы ла осрашырға һүҙ ҡуйышып, байрамдан тик ыңғай тәьҫораттар ғына, һәм бәләкәй генә бүләктәр алып таралыштылар.





Автор: Гөлнур ҠЫУАТОВА
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға