«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Алама ваҡытта йәшәйбеҙ, иптәштәр



09.03.2019 Алама ваҡытта йәшәйбеҙ, иптәштәр

Алама ваҡытта йәшәйбеҙ, иптәштәрАҙыҡ-түлекте дошман урынына күргән замана килеп етте.

Биш йыл элек Владимир Путин Рәсәй Федерацияһының хәүефһеҙлеге тип Голландия сырына иҡтисади санкция иғлан итте. Төбәктәрҙә түрәләр "Есть!" тип ҡулдарын "под козырек" ҡуйҙы һәм сырҙы юҡ итә башланы.

Ошо көндәрҙә Башҡортостанда 18 килограмм тирәһе голланд сырын тартып алып, ваҡлап, хлорка һибеп сүплеккә быраҡтырҙылар.

Йәл, бик йәл. Сыры ла йәл, шулайтып аҙыҡ-түлеккә һуғыш иткән дәүләт тә йәл. Магазиндар фальсификат менән тулған, сыр тигәндәре лайлалы, химик еҫле һәм үтә ҡиммәтле сыр продуктына әйләнгән. Һөт-маҙар, май менән лә хәл шулай. Тора-бара нимә булыр икәне билдәһеҙ.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға