«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар хеҙмәте



10.03.2019 Яңылыҡтар хеҙмәте

Заман еле башҡасараҡ иҫә башланы, интернеттың тормошобоҙҙоң һәр урынына үтеп ингәне хәҙер яңылыҡ түгел инде. Мәғлүмәттәр табыу, уларҙы еткереү етеҙлеге буйынса оҙаҡ йылдар биләп торған урыныбыҙ бер аҙ ҡаҡшай бирһә лә, бирешмәйбеҙ әлегә. Сәғәт һуҡҡан һайын, Өфө ваҡыты шунса ваҡыт, тип әйткәндән һуң ваҡиғалар баҡсаһының иң тос, әле генә бешеп сыҡҡан хәбәр-емештәрен еткерергә тырышабыҙ.

Әлбиттә, интернетты төп ресурс булараҡ ҡулланырға тура килә. Әммә күргәнде шунда уҡ таратырға, еткерергә ашығырға түгел. «Был мәғлүмәт кемгә ҡыҙыҡлы, кәрәклеме, көнүҙәкме һәм, иң мөһиме, дөрөҫмө, ысынбарлыҡҡа тура киләме?» – тигән һорауҙар тыуа яңы­лыҡтарҙы әҙерләүсенең башында. Һәр береһенә "Эйе" тигән яуаптан һуң ғына эфир өсөн әҙерләй башларға мөмкин. Тексын яҙыу, ваҡиға урынына шылтыратып, шаһиттарҙы яҙҙырыу, кәрәк булһа, белгес фекерен алыу һәм башҡаһы. Әңгәмәләшкән кешеләргә дөрөҫ итеп һорау биреү, тыңлаусыны тыңлатырлыҡ яуап ала белеү ҙә кәрәк. Һуңынан инде махсус программаны асып, ыҡ-мыҡтарҙы таҙартыу. Бер әйтерлек хәбәр булды. Ошондайыраҡ бер нисәүҙе эшләһәң, 4 – 5 минутлыҡ сығарылыш әҙер була. Һәм яңыһын әҙерләргә тотонаһың. Репортерҙы эләктереп, ваҡиға урынына йүгереү, тура эфирҙа һөйләү, репортаж эшләү, ә иң һуңынан эшләгәнеңде сайтҡа һалып ҡуйыу. Яңылыҡтарҙың иң ҡыҙыҡлылары буйынса фекер алышыу, хатта онотолоп китеп бәхәсләшеп китеү, үҙ һүҙеңде һүҙ итер өсөн иҫбатлауҙар эҙләй башлау. Ошоһо ла үҙенә күрә яңылыҡтар бүлегенең эшенә төҫ, биҙәктәр өҫтәй. Ә сәғәткә ҡарау юҡ. Былай ҙа етмәгән ваҡыттың үткәне лә һиҙелмәй ул. Яңылыҡтар ваҡыты һәр сәғәт башында, тиһәк тә.






Автор: Илнар Әхмәтгәрәев.
Фото: Т. Аманов


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға