«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Гәзиттең 9-сы һанындағы кроссворд еңеүселәре!



09.03.2019 Гәзиттең 9-сы һанындағы кроссворд еңеүселәре!

Сканвордты дөрөҫ сисеп, билдәләнгән түңәрәктәрҙә ниндәй хәрефтәр йәшенгәнен асыҡлағыҙ һәм шуларҙан һүҙ яһағыҙ. Дөрөҫ паролде дежур телефонға (8-962-537-04-95) тәүге булып ебәреү­сене редакциянан бүләк көтә – телефон номерына – 150 һум аҡса. СМС аша яуаптар киләһе шишәм­белә иртәнге сәғәт туғыҙҙан ҡабул ителә башлай.

Гәзитебеҙҙең 9-сы һанында сыҡҡан сканвордтың яуабын беренсе булып ебәреүсе Рита КИЛЕНБАЕВА (Күгәрсендән) еңеүсе тип билдәләнде, пароль – дислокация (берәй нәмәнең берәй ерҙә урынлашыуы). Уға БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, БР Ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәте рәйесе Гөлнур Ҡолһарина әҙерләгән сәй сервизы тапшырыласаҡ.

Шулай уҡ дөрөҫ яуапты Октябрьскийҙан Миҙхәт Шә­рипов, Әлшәйҙән Зөлфиә Ғәлиуллина, Әлфиә Ғәлиул­лина, Фәниә Ғәлимова, Фәнүрә Абдуллина, Йылайырҙан Венера Абдуллина, Әминә Лоҡ­манова, Стәрлебаштан Зөлфиә Байғужина, Учалынан Гөлшат Ишҡыуатова, Әлфиә Суфьянова, Динә Кәримова, Лилиә Шәғәлина, Илештән Ғәлимә Ғәлиева, Гөлсәсәк Латипова, Мәсетленән Гөлнур Ғарипова, Өфөнән Алина Ғәлимова, Миәкәнән Гүзәл һәм Булат Мөхәмәтйәновтар, Зә­лифә Янышева, Ейәнсуранан Венера Юлдашбаева, Бөр­йәндән Илназ Теләүсин, Фәниә Яҡшыбаева, Күгәрсендән Сың­ғыҙовтар, Әлмира Хоҙай­бирҙина, Венера Шәйәх­мәтова, Зәбилә Килсенбаева, Әбйә­лилдән Шәрифә Иҙрисова, Юлай Һибәтов, Сәфинә Әхмәтова, Фәнүзә Вәлишина, Әлмира Йәнәлина, Рита Шәйҙуллина, Зөһрә Омор­ҙаҡова, Гөлнара Хажина, Баймаҡтан Сафия Насирова, Көнһылыу Сөләймәнова, Венера Айытҡолова, Фәрзәнә Ильясова, Рәмил Мәтинов, Гөлшат Мәтинова, Рәмил Рәхмәтов, Зифа Ғүмәрова, Рәшиҙә Йылҡыбаева ебәргән.





Автор: А. Ишназаров
Фото: Т. Аманов


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға