«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ике балаһын һатып аҡса эшләргә теләгән



07.03.2019 Ике балаһын һатып аҡса эшләргә теләгән

Яңыраҡ Мәскәү енәйәт эҙләү хеҙмәте (МУР) 23 йәшлек ҡатынды ҡулға алды. Ул Ҡырғыҙстанда тыуып үҫһә лә Өфөлә йәшәй икән. Ҡатындың ни ғәйебе бар тиерһегеҙ - ул ике тапҡыр үҙ балаларын һатырға теләгән.

Былтыр ул интернетҡа "ирем менән айырылдым, бер йәшлек ҡыҙымды һатам" тип иғлан ҡуйған. Һатып алыусы табылған, тик ҡатын һуңғы минуттарҙа хатаһын аңлап, Өфөгә ҡайтып киткән. Шуның менән әсә шикле операция тураһында хәбәрҙар булған хоҡуҡ һаҡлаусылар ҡулына эләкмәгән.

Быйыл иһә кәкүк әсәй инде өсөнсө балаһын - яңы ғына тыуған ҡыҙын һатырға ниәтләгән. "Тауар" өсөн бер миллион һум һораған - яңы атай-әсәй табылған. 5 мартта Мәскәүҙең көнсығышында урынлашҡан фатирҙа ҡатын балаһын һатып алыусыға биргән һәм расписка яҙған. Шунда уҡ уны ҡулға алғандар.

Әле белекһеҙ ҡатынға 6 йылға тиклем төрмә янай. Ул ғәйебен таныған.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: ИА "Башинформ"


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға