«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Сәсен йотоп үлә яҙған



06.03.2019 Сәсен йотоп үлә яҙған

Нефтекама дауаханаһының икенсе бүлегенә "эсем ауырта, хәлем юҡ һәм ҡоҫҡом килә" тип бәлә һалған 8 йәшлек ҡыҙҙы килтергәндәр. Аппендикс елһенеүе тип уйлаған табиптар операцияға тотонған. Ләкин улар көтөлмәгән табылдыҡҡа юлыҡҡан.

Ҡыҙ оҙаҡ ваҡыт сәстәрен сәйнәп йөрөгән һәм аңғармаҫтан йотҡан булған. Улар нәҙек эсәктәрҙә уралып, безоар тигән йомғаҡҡа әйләнгән. Аҙаҡ был безоар туҡ эсәккә илткән урынды ҡаплаған.

Хирургтар бер сәғәтлек операция мәлендә эсәктәрҙе ҡырҡып, сәс йомғағын алған. Бер аҙнанан ашыу ваҡыт үткәс, һауыҡҡан ҡыҙҙы дауахананан сығарғандар.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: ИА "Башинформ"


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға