«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Айныҡҡың килһә, аҡсаңды түләп ят...



06.03.2019 Айныҡҡың килһә, аҡсаңды түләп ят...

Рәсәй парламентының Юғары палатаһында бер төркөм сенатор айнытҡыстарҙы тергеҙеү тураһындағы документты әҙерләй. Тейешле закондарға төҙәтмәләр индереү күҙаллана. Федерация Советы вәкилдәре төбәк етәкселәренә шәп вәкәләт тә бирмәксе.

Һалым түләүселәр, тағы беҙҙең аҡсалар ярҙамында тотасаҡтармы был бинаны, тип һорамай торһон. Төбәк властары айнытҡыстарҙы дәүләт-шәхси юҫыҡта аса ала. Ул сағында айнытҡыста ҡабаттан әҙәм рәүешенә әйләнеү өсөн сәрхүштәр аҡса түләргә тейеш була. Ғарҡ булғанса эсеп, айный алмай йонсоһаң, кем әйтмешләй, пажалыста, бар ҙа, аҡсаңды түлә лә, бер-ике көн ятып тор. Ә шулай булыуы ла бар: эсәһең, урамда полиция ҡулына эләгәһең, улар һине айнытҡысҡа оҙата, шунда айныҡҡансы, барлы-юҡлы аҡсаң да “ашала”...

Нисек кенә булмаһын, Юғары палата Рәсәй халҡының айыҡ аҡыл менән йәшәүен хәстәрләй. Закон проектын Дәүләт Думаһының яҙғы сессияһына индерергә тырышасаҡтар.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға