«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Саптар" төшөрөлә



05.03.2019 "Саптар" төшөрөлә

“Башҡортостан” киностудияһы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Мәскәүҙе һаҡлау тураһында “Саптар” исемле ҡыҫҡа метражлы фильм төшөрә башланы.

Сценарий авторҙары – Роман Пожидаев һәм Зөһрә Бураҡаева. Роман Пожидаев үҙе режиссер ҙа, оператор-ҡуйыусы – Рияз Исхаҡов, рәссам – Айгөл Байрамғолова, фильм директоры – Алина Шакирова.

“Фильмдың сюжеты Мәскәүҙе һаҡлағанда минең олатайым, башҡорт шағиры, офицер, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры Хәниф Кәрим менән булған ысын тарихҡа нигеҙләнгән, – ти режиссер. – Ул һуғыштың беренсе көнөнән алып Еңеүгә тиклем ҡатнашҡан, Берлинғаса еткән”.





“Саптар”ҙың нигеҙендә – Хәниф Кәримдең ҡамауҙа ҡалған разведка төркөмө хаҡында хәтирәләре. Лейтенант Кәримов ролен башҡорт актеры һәм режиссеры Илсур Ҡаҙаҡбаев башҡара.





Автор: Гөлнур ҠЫУАТОВА
Фото: Т. Аманов


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға