05.03.2019 Стәрлебаш районында "Бауырһаҡ" байрамы үтте
Башҡортостандың 100 йыллығына һәм Бөтә донъя фольклориадаһына арналған сарала Күгәрсен, Ишембай, Мәләүез, Көйөргәҙе, Федоровка, Стәрлебаш райондары, Стәрлетамаҡ ҡалаһы вәкилдәре әүҙем ҡатнашты.
Оҫталар әҙерләгән йомро, дүрткел, оҙонса, эре һәм ваҡ бауырһаҡ, башҡорт балы, уйын ҡоралы-ҡумыҙ, милли биҙәүестәр, баҫылған быйма күргәҙмәләре ойошторолдо. Халҡыбыҙҙың "Килен төшөрөү", "Ҡаршы туй" йолалары, балалар ижад йортоноң "Аманат" фольклор коллективы сығышы, моңло йырҙар, дәртле бейеүҙәр байрам дәрте өҫтәне.